КЕНИГ Вильгельмина Генриховна (24.6.1913, Одесса ҡ. — 2.3.2002, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1939). 1940 й. алып Башҡортостанда эшләй: 1941 й. — Өфө, Черниковск ҡҡ. проект һәм төҙөлөш ойошмалары, 1944—68 йй. “Башнефтепроект” ин‑ты архитекторы. Респ. ҡалалары һәм ҡасабаларының торлаҡ, йәмәғәт биналары, кварталдары, ш. иҫ. Ишембай, Октябрьский ҡҡ. торлаҡ йорттар (1944—45) проекттары, Өфөлә К.Маркс урамындағы 1‑се ҡатында ЗАГС урынлашҡан торлаҡ йорт (1953), Октябрьскийҙа дауахана комплексы (1951), Техниктар йорто эргәһендәге Мәҙәниәт һәм ял паркы (1963), Нефтселәр клубын реконструкциялау бинаһы (1949), Нижневартовск ҡ. ген. планы (1966) проекттары авторы.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998

П.П.Петров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке