КЕНДЕКТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 760 кеше; 1920 — 797; 1939 — 521; 1959 — 590; 1989 — 458; 2002 — 442; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Николаевка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1783 й. башлап (икенсе мәғлүмәттәр б‑са, 1785 й. алып) билдәле. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 67 йортта 352 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018