КЕМБРИЙ (лат. Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий  системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары барлыҡ континенттарҙа таралған. Осорҙоң башына киң трансгрессия хас, континенттарҙың күп өлөшөн бай фауналы йылы диңгеҙҙәр ҡаплай; осор уртаһы өҫкө дәүер башында ла дауам иткән диңгеҙ басс. кәмеүе м‑н характерлана. К. ҡалын тоҙ ҡатлауҙарын туплау процесы бара, был эҫе ҡоро климатҡа һәм ваҡыты м‑н Донъя океанынан айырылған һай диңгеҙ басс. тауҙар барлыҡҡа килеү процесы тәьҫир итеүенә бәйле булырға мөмкин. К. — хайуандар донъяһының ҡырҡа, үтә тиҙ үҫеше осоро. Системаның аҫҡы сиге һөлдәле формаларҙың тәүге ҡаҙылдыҡтары осрай башлау м‑н үткәрелә: бигерәк тә аҫҡы К. хас булған археоциаттар, гастроподтар, радиолярийҙар, болоттар, брахиоподтар, трилобиттар, остракодтар, эсәкҡыуышлылар, ҡорттар, энәтиреләр. К. аҙағына фаунаның бөтә төрҙәре лә тиерлек барлыҡҡа килә. Флораһы зәңгәрһыу йәшел һәм ҡыҙыл ылымыҡтарҙан, фитопланктон төрҙәренән (акритархтар) тора; примитив ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр барлыҡҡа килә. К. осоронда Башҡортостан терр‑яһы башлыса күтәрелеү процесына һәм эрозияға дусар була, һөҙөмтәлә аҫҡы К. медногор һәм өҫкө К. тирәкле горизонттары бүленгән Һаҡмар зонаһынан башҡа ҡатламдар һаҡланмай, әммә был горизонттарҙың йәше бәхәсле булып ҡала.

 

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018