АҠ УМЫРЗАЯ (Anemone), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған.

Башҡортостанда урман А.у. үҫә. Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта, өс бүлемле сегменттарға бүленгән бармаҡ һымаҡ теленмә. Өс тапҡыр теленгән ҡыҫҡа һаплы өс өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡыҫҡа башлы, күп сәтләүекле, аҡ ойошҡан төк м‑н ҡапланған, июнь—июлдә өлгөрә. Һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан өньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Ареалы һәм һаны болондарҙа мал көтөү һәм күпләп йыйыу арҡаһында кәмей.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.