КЕЛЛЕР Борис Максимович (14.10.1912, Берлин — 14.1.1997, Мәскәү), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1948), проф. (1962). Мәскәү геол.-разведка ин‑тын тамамлаған (1934). Фәнни тикшеренеүҙәре геология һәм стратиграфияға арналған. К. етәкс. өҫкө протерозойҙың тасуирламаһы эшләнә; Көнсығыш Европа платформаһындағы венд һәм кембрий ултырмаларына стратиграфик, палеонтологик, палеогеогр. тикшереүҙәр үткәрелә, Көньяҡ Уралда рифей стратотибы (бөрйәни, юрматыни, ҡаратауи бүленә) б‑са мәғлүмәттәр дөйөмләштерелә; өҫкө кембрий алдының дөйөм корреляция схемалары, СССР‑ҙың өҫкө протерозойының литология‑палеогеогр. һәм палеотектоник карталары төҙөлә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1954). К. исеме м‑н Kellericyathus археоцеат тибы, AHmbetaspis kelleri һ.б. трилобит кластары, Ivdelinia kelleri замок брахиоподтары, граптолиттар, Rectograptus kelleri, Favosites kelleri коралл полиптар, Anomalina kelleri фораминиферҙар ярым класы һ.б, Bairdia kelleri остракодтар һ.б. аталған.

Хеҙм.: Верхний протерозой Русской платформы (рифей и венд). М., 1968.

В.И.Козлов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018