КЕЛӘШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 22 км һәм Йоматау т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1436 кеше; 1920 — 1724; 1939 — 1377; 1959 — 1094; 1989 — 613; 2002 — 583; 2010 — 560 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Фараз ителеүенсә, Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған татарҙар нигеҙ һала, 1718 й. алып Теләш исеме м‑н билдәле. 1811 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 154 йортта 870 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эштәре, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 6 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, 1 мануфактура һәм 4 бакалея кибете, 4 тимерлек теркәлгән. З.Камалетдинов, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Ф.Й.Ҡудашева ошо ауылда тыуған.

 

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.