КЕЛӘШ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 628; 1939 — 569; 1959 — 507; 1989 — 172; 2002 — 192; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. төҙөлгән керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 68 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 155 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, арба һәм саналар яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке