КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем) старшинаһы, бер үк ваҡытта 1750—97 йй. Уҫы даруғаһының баш старшинаһы. 1771 й. нояб. — 1773 й. мартында Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 1‑се төркөмөндә отряд башлығы. 1774 й. апр. Кама аръяғында Сөләймән Күсәкәев отрядтарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, әсиргә алына, ҡаса. Апр.—июндә подполковник И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт командаһы составында Эҫем з‑ды тирәһендә (ҡара: Эҫем заводтары) һәм Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы Ерал а. (Силәбе өлк. Әшә р‑ны) янында Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре һәм Салауат Юлаев отрядына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Июлдә Ҡазанда була, ген.-майор П.С.Потёмкин тарафынан халыҡты “тынысландырыу” өсөн Башҡортостанға ебәрелә. Авг.—сент. Ҡолой Балтасов м‑н берлектә хөкүмәт ғәскәрҙәре ком. поручик И.Я.Яворскийға ярҙам күрһәтә. 1776 й. 27 февр. башҡ. старшиналары Йосоп Надиров, Вәлиша Шәрипов һәм Ҡолой Балтасов м‑н берлектә, башҡ. старшиналарын ям станциялары комиссарҙары итеп тәғәйенләүҙе һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. “Хеҙмәт һәм ҡыйыулыҡ өсөн” (1775) алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән. Уның 3 улынан билдәлерәктәре: Абдулла Шәрипов (1746—1828), йорт старшинаһы; Ниғмәтулла К. (1773—?) йорт старшинаһы, 14‑се класлы чиновник (1802). 1825 й. алып 10‑сы башҡ. кантоны башлығы. Абдулла Шәриповтың 7 улынан билдәлеләре: Төхвәтулла Абдуллов (1768—1842), поход старшинаһы. Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрен һаҡлаусы отрядтарҙы оҙатып йөрөгән; Ҡорбанғәли Абдуллов (1780—?), яҫауыл; Әбделхалиҡ Абдуллов (1787—1816), йорт старшинаһы; Әбделсәлих К. (1797—1849). Ниғмәтулла К. 10 улынан билдәлеләре: Мөхәмәтша К. (1810—?), зауряд-хорунжий, кантон башлығы ярҙамсыһы; Мөхәмәтшәриф К. (1815—?), урядник, йорт старшинаһы. Әбделсәлих К. 6 улынан Мөхәмәтғәли К. (ҡара: Ғ.Соҡорой) киң билдәле. Уның улы — Ғ.М.Кейеков. К. нәҫеле 1802 й. Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Әҙәб.: Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.