КЕЙЕКОВ Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы (4.4.1861, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор а., хәҙ. БР‑ҙың Тәтешле р‑ны, — 19.9.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Күрҙем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫке Күрҙем а.), башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Ғ.Соҡоройҙоң улы. Ғәрәп, фарсы һәм урыҫ телдәрен белгән. Тыуған ауылында атаһы мәҙрәсәһендә, Ҡазан, Ҡасим ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1889 й. алып Күрҙем‑Шишмә а. үҙе асҡан яңы ысуллы (ҡара: Йәдитселек) мәҙрәсәлә уҡыта, бер үк ваҡытта өйәҙ ахуны була. Ғ.Соҡоройҙоң тормошо һәм ижады т‑дағы “Ғәйн әр‑риза...” (1900; “Ризалыҡ сығанағы”), балалар өсөн яҙылған “Диуан‑и сыбъян...” (1903; “Балалар өсөн шиғри йыйынтыҡ...”) китаптары авторы. Тарихи документтар һәм башҡ. риүәйәттәре нигеҙендә башҡ. халҡының тарихына, ирәкте ырыуының барлыҡҡа килеүенә арналған “Тәүарих‑и башҡордиан вә әнсәб‑и ирәктәүиән” (баҫылмаған; “Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе”) хеҙмәтен яҙа; ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған, яҡынса 30 фрагменты ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, РФА‑ның Көнсығыш ин‑тындағы С.‑Петербург бүлексәһе фондында һаҡлана.

Хеҙм.: Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе. Өфө, 2011.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на башкирском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018