КЕЙЕКБАЕВ Морат Жәлил улы (30.11.1959, Өфө), социолог. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2006), социол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). Ж.Ғ.Кейекбаевтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә: ТТӘИ ғилми хеҙм‑ре, 1993 й. башлап Археология һәм этнография музейы м‑н Урал халыҡтары бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, этносоциология бүлеге мөдире, 2001—03 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. 1998 й. алып БР‑ҙың Фән, юғары һәм урта белем биреү б‑са дәүләт ком‑тында: Респ. уҡытыу-методик ғилми үҙәге дир. урынбаҫары, 2000 й. башлап соц.-гуманитар эш бүлеге начальнигы. 2003—07 йй. БДУ-ның соц. эш каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2005 й. алып БР ФА Гуманитар тикшеренеүҙәр ин‑ты дир., 2008 й. — баш ғилми хеҙм‑ре, 2012 й. — БР ФА соц.‑иҡт. фәндәр бүлегенең акад.-секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре этносоциология, хәҙ. заман ҡалаһында этник төркөмдәрҙең эш итеүе проблемаларына, хәҙ. милләт-ара мөнәсәбәттәргә арналған. 70‑кә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт Думаһының 5‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Народы Башкортостана: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2002 (авторҙ.); Наркотизм в Республике Башкортостан: опыт социлогического исследования. Уфа, 2006 (авторҙ.); Этническая толерантность как феномен современного общества. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

П.: М.Ж.Кейекбаев