КЕЙЕКБАЕВ Жәлил Ғиниәт улы [25.10.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡаранйылға а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 19.3.1968, Өфө], тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы. Филол. ф. д‑ры (1961), проф. (1961). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944). Мәскәү сит телдәр пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1938 й. алып Өфө сит телдәр уҡытыусылары ин‑тында: уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са, 1941 й. ғин. башлап уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; 1941 й. сент. алып К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (ш. уҡ йылдың нояб. тиклем сит телдәр ф‑ты деканы), 1942 й. — Ғафури р‑нының Сәйетбаба урта мәктәбендә (дир.), 1943 й. — Башҡ‑н китап нәшриәтендә (баш мөхәррир), 1944—53 йй. ӨАИ‑ла (1946 й. тиклем һәм 1948 й. башлап сит телдәр каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1949—68 йй. БДУ‑ла эшләй: 1950 й. алып сит телдәр ф‑ты деканы, 1951—68 йй. башҡ. теле каф. мөдире, 1957—61 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт тел ғилеме, сағыштырматарихи тел ғилеме, төркиәт мәсьәләләренә бәйле. “Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше” (1964) китабында башҡорт теленең телмәр өндәренең төп әйтелеш нормалары бирелгән; өндәрҙең сиратлашыуы һәм комбинаторлы үҙгәреше, телмәрҙе ритмик ойоштороу үҙенсәлектәре, баҫым, интонация тикшерелгән; башҡ. әҙәби теленең формалашыу үҙенсәлектәре һәм тарихи үҫеше һ.б. ҡаралған; “Башҡорт теленең фонетикаһы” хеҙмәтендә башҡорт теленең фонетик системаһына характеристика бирелгән. “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) китабында, барлыҡҡа килеүе, тарихи үҫеше, семантикаһы, телдә һәм телмәрҙә йәшәүенән сығып, башҡ. теле лексикаһына анализ бирелгән; үҙләштерелгән һүҙҙәр, фразеологик берәмектәр, мәҡәл һәм әйтемдәр тасуирланған һәм классификацияланған. Ул тәүгеләрҙән булып, структур лингвистика методтарын ҡулланып, урал-алтай телдәрен өйрәнеүҙең сағыштырма-тарихи нигеҙҙәрен эшләй, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы нигеҙендә уларҙың типологик оҡшашлыҡтарын иҫбатлай (ҡара: “Урал-Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре”). Байтаҡ хеҙмәттәре морфология, орфография, стилистика, синтаксис, диалектология, ономастика, этимологияның айырым мәсьәләләренә; грамматик категорияларға; башҡ. теленең тарихи грамматикаһын өйрәнеүгә, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһына бәйле методологик мәсьәләләргә арналған. Уның етәкс. БАССР һәм Силәбе өлк. р‑ндарында экспедициялар үткәрелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта, урта‑махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, авторы. Тәүге шиғырҙарын “Аллаһыҙ” ж. “Жәлил Табын” псевдонимы аҫтында баҫтыра. “Туғандар һәм таныштар” романында (1975) 20 б. башы башҡ. ауылының тормошо һүрәтләнгән; әҫәр күтәрелгән мөһим мәсьәләләр, халыҡ тормошон белеп һүрәтләү, үҙенсәлекле образдар, тел байлығы м‑н айырылып тора. Балалар өсөн яҙылған “Урман әкиәттәре” (1954) китабы; “Бөйөк Ватан һуғышы тураһында”, “Дуҫ тигәнең шул булыр”, “Дуҫлыҡ хаҡында ҡобайыр” һ.б. ҡобайырҙар авторы. Урыҫ теленән “Башҡорт теленең грамматикаһы”н, немец теленән В.Бредель, Г.Гейне һ.б. әҫәрҙәрен, Я.Гримм әкиәттәрен (1940; “Немец халыҡ әкиәттәре”), венгр теленән халыҡ әкиәттәрен (1963; “Венгр халыҡ әкиәттәре”; авторҙ.) тәржемә итә. Ф.Вольфтың “Профессор Мамлок” пьесаһы К. тәржемәһендә БАДТ-ла ҡуйыла (1941). БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1967), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме м‑н Өфөлә һәм Ғафури р‑нының Красноусол а. урамдар аталған; Кейекбаев Ж. музейы, БДУ‑ла мемориаль кабинет асылған; уның ис. премия, БДУ‑ла стипендия (1997) булдырылған. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972; Избранные статьи. Уфа, 2002.

Әҙәб.: Зәкиев М.З. Дәртле йыр. Өфө, 1974; Сөләймәнов Ә.М. Халыҡ ижадынан һут алып: Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар" романында фольклор башланғыстары. Өфө, 2000; Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Междунар. научн-практ. конф. Уфа, 2011.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018