КЕЙЕКБАЕВ Ж. МУЗЕЙЫ, Ғафури р‑ны Ҡаранйылға а. урынлашҡан. 1974 й. ш. уҡ райондың Сәйетбаба урта мәктәбе музейы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Милли музей филиалы, 1992 й. — Кейекбаев Ж. мемориаль музейы, 2002—06 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ж.Ғ.Кейекбаев портреты (рәссамы Р.С.Зәйнетдинов), уның мандолинаһы, Кейекбаевтар нәҫеленең шәжәрәһе. 4 залда урынлашҡан экспозицияға Кейекбаевтың шәхси әйберҙәре, фәнни хеҙмәттәре, китаптары, ғалимдың тормошо һәм ижады т‑дағы фотодокументтар, материалдар ҡуйылған. Залдарҙың береһендә Кейекбаевтар йортоноң интерьеры булдырылған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018