“АҠ ТУЛҠЫН”, спорт клубы. Өфө р‑ны Чесноковка а. урынлашҡан. 1997 й. спорт залы, стадионы булған Чесноковка урта мәктәбе эргәһендә асыла. Софтбол, урыҫ лаптаһы секциялары, Өфө р‑ны СДЮШОР‑ы бүлеге (2001 й. алып) эшләй. “А.т.” клубының “Амазонки” командаһы — софтбол б‑са Рәсәй чемпионатының (1999) көмөш, Рәсәй Кубогының (2000) бронза призёры; пляжда мини-лапта б‑са Рәсәй Кубогын яулаусы (2009); урыҫ лаптаһы б‑са Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2006—07) һәм бронза (2008, 2010) призёры, Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындары (2006) һәм Бөтә Рәсәй традицион спорт төрҙәре ярыштары (2009) еңеүсеһе. “А.т.” 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб тәрбиәләнеүселәре Г.С.Кәримова, Н.А.Никитина, Н.П.Овчинникова, Т.М.Шабрина БР йыйылма командаһы составында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа беренселеге еңеүселәре (1996, 1997) һәм софтбол б‑са Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр уйындарының көмөш призёрҙары (1999) була.

А.Н.Михайлов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.