КЕЙЕҘ БАҪЫУ, йөн әүәләү, кейеҙ әҙерләү һәм баҫылған йөн әйберҙәр яһау. Башҡорттарҙа урыны м‑н кустарь кәсепкә әйләнгән традицион шөғөл. Кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡ һәм дөйә йөнө файҙаланылған, унан аҡ, һоро, ала һәм ҡара кейеҙ баҫылған. К.б. өсөн, башлыса йәй мәленә тура килтереп, өмә үткәргәндәр. Йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян м‑н теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы м‑н һуҡҡандар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, йөндө бер тигеҙ ҡалынлыҡта септә йәки балаҫ өҫтөнә йәйгәндәр һәм, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр. Кейеҙ бер тигеҙ ҡалынлыҡта булһын өсөн, төргәкте даими рәүештә һүтеп, йөндө яңынан һыулағандан һуң икенсе башынан төрөп, тағы ла тәгәрәткәндәр. Кейеҙ тәгәрәтеүҙең бер нисә ысулы билдәле: Кейеҙҙе ҙур итеп баҫҡанда йөндө бүрәнәгә урағандар һәм, ике яҡ башына элмәктәр яһап, атҡа бәйләгәндәр һәм һөйрәтеп йөрөткәндәр. “Кейеҙ тартыу” ҙа ҡулланылған: төргәкте бау м‑н бер нисә урындан ҡыҫып бәйләгәндән һуң ике яҡ осонан тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа тартҡандар. Кейеҙ әҙер булғас, ағын һыуҙа йыуып, киптергәндәр. Кейеҙҙе тирмә йәки башҡа төрлө ваҡытлыса торлаҡты ябыу, эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау (ҡара: Ат егеү кәрәк-ярағы) өсөн файҙаланғандар. Шулай уҡ кейеҙҙән баш (бүрек, ҡолаҡсын) һәм аяҡ (ҡата, сарыҡ) кейеме теккәндәр. Традицион интерьерҙы биҙәгәндә кейеҙ ҙур урын биләгән: уны һикегә, иҙәнгә түшәү, стенаны йылытыу өсөн ҡулланғандар. Кейеҙҙе биҙәү өсөн йөндө кәрәкле формала әүәләп, төп ҡатлам өҫтөнә һалғандар; тәбиғи аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе файҙаланғандар. Аппликация, сигеү ҙә ҡулланылған. Геом. фигуралар (кәкерсәк, ромб, өсмөйөш, квадрат, түңәрәк, кәкре һыҙыҡ һ.б.) һәм сәскә-үҫемлек биҙәктәре (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте) төшөрөлгән. Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығыш Урал аръяғында әҙер кейеҙҙе биҙәүҙең бер төрө булып уны сигелгән туҡыма, ҡорама киҫәге, аппликациялы буҫтау м‑н тышлау һаналған. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа кейеҙ бай биҙәлеше (ҡара: Орнамент) м‑н айырылып торған. Ҡупшы биҙәлгән кейеҙ туй йолаларында айырым урын биләгән, бирнә итеп бирелгән. Көнсығыш Урал аръяғында, көньяҡ һәм көнсығыш Башҡортостанда “Кейеҙгә баҫтырыу” йолаһы таралған була: кәләш кейәү йортона килгәндә, аттан төшөү м‑н аҡ кейеҙгә аяҡ баҫҡан. “Кейеҙгә ултыртыу”, “Килен урынын күрһәтеү” ошо уҡ йоланың төрҙәре һанала. Кейәүҙең әсәһе киленен йортҡа индереп, аҡ кейеҙ түшәлгән һикегә ултыртҡан һәм бүләккә бәрәсле һарыҡ вәғәҙә иткән. Был йолалар киленде ғаиләгә, ырыуға ҡабул итеүҙе, именлек һәм бәхет теләүҙе кәүҙәләндергән. Аҡ кейеҙ үҙе үк һаҡлау бурысын үтәгән. К.б. хужалыҡта һарыҡсылыҡ ҙур урын тотҡан райондарҙа, башлыса Көнсығыш Урал аръяғы һәм Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында киң таралған күренеш булған. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән Ҡаҙағстан, Үҙәк һәм Урта Азия халыҡтарында, ш. иҫ. ҡаҙаҡтарҙа, ҡалмыҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. үҫешкән була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.