КВАШНИН Анатолий Васильевич (15.8.1946, Өфө), хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Хәрби ф. д‑ры (2003), социол. ф. канд. (1996). Армия ген. (1997). Рәсәй Федерацияһының 1‑се класлы действительный дәүләт советнигы (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Ҡурған машиналар эшләү ин‑тын (1968), Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби акад. (Мәскәү, 1976) һәм СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (Мәскәү, 1989) тамамлаған. 1969 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Төркөстан хәрби округында, Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөндә, Урта Азия, Белоруссия һәм Төньяҡ Кавказ хәрбиокругтарында хеҙмәт итә. 1982—87 йй. 78‑се танк див. ком., 1989 й. башлап 28‑се дөйөм ғәскәри армия командующийының 1‑се урынбаҫары, 1992 й. — 7‑се танк армияһы командующийы. 1993 й. алып РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Баш оператив идаралығы нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994 й. — Чечен Республикаһында берләшкән федераль ғәскәрҙәр төркөмө командующийы. 1995 й. алып Төньяҡ Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1997 й. башлап РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабы нач. — РФ оборона министрының 1‑се урынбаҫары. Герой исеменә армия ген. К. 1999 й. Төньяҡ Кавказда терроризмға ҡаршы көрәш операцияһын уңышлы үткәргәне өсөн лайыҡ була. 2004—10 йй. РФ Президентының Себер федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. 2011 й. алып отставкала. 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” (1977), 2‑се (2010), 3‑сө (2004) һәм 4‑се (2001) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Батырлыҡ (1995), Почёт (2006) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Трошев Г. Моя война: (записки окопного генерала). М., 2001.

Ғ.Һ.Булатов, Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: А.В.Квашнин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.