КВАРЦИТ, метаморфик тау тоҡомо. Кварцтан (70—100%), төрҙәрен (мусковитлы, биотитлы, гематитлы, графитлы, гранатлы һ.б.) билдәләгән башҡа минералдарҙың ҡушылдыҡтарынан тора. К. структураһы гранобластлы; текстураһы массив, һыҙыҡлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Сағыу ал, ҡыҙыл‑көрән, алһыуыраҡ төҫтәрҙе гематит йәки лимонит ҡушылдыҡтары бирә. К. динаслы утҡа сыҙамлы әйберҙәр эшләү өсөн һәм төҙөлөш, биҙәү, йөҙләү таштары сифатында файҙаланыла. К. м‑н метаморфизм юлы м‑н барлыҡҡа килгән тимер мәғдәне ятҡылыҡтары, рутил, циркон һибелмәләре һ.б. бәйле. БР‑ҙа К. белорет метаморфик комплексында, мәҡсүт метаморфик комплексында, һәүәнәк метаморфик комплексында киң таралған. Башҡорт мегантиклинорийында Егәлгә, Йәндек, Уйташ, Әүәләк һырттары, Кирәл, Малиновая һ.б. тауҙар К. тора. К. Машаҡ, Кирәл, Малиновая тауы һәм Морон ятҡылыҡтары (бөтәһе лә Белорет р‑нында) разведкаланған.

Әҙәб.: Минерально-сырьевая база местных строительных материалов Башкирской АССР. Уфа, 1958.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.