КВАРЦ (нем. Querklufterz — киҫеүсе юлаҡтар мәғдәне), окиселдар класы минералы; SiO2. Призматик кристалдар, тотош бөртөклө, йәшерен кристаллик, нәҙек сүсле һәм һарҡыу агрегаттар рәүешендә осрай. К. төрҙәре: ғәмәлдәге К., тридимит, кристобалит, коэсит һәм стишовит; йәшерен кристаллик структуралы төрҙәре — аҡыҡ һәм халцедон; нәҙек онтаҡлы төрө — маршалит. Төҫө б‑са төҫһөҙ, үтә күренеүсән — тау гәлсәре, шәмәхә — аметист, күкһел — раухтопаз, ҡара йәки ҡуйы көрән — морион, һары — цитрин һ.б. айырыла. Быяла кеүек ялтыр, ҡатылығы 7, тығыҙлығы 2651 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел, һынылышы тигеҙ түгел, пьезоэлектр үҙенсәлектәренә эйә, плавик к‑таһында эрей. К. — тау тоҡомдарын барлыҡҡа килтереүсе киң таралған минерал. К. яһалма кристалдары гидротермаль шарттарҙа тәбиғи К. яңынан кристаллау юлы аша; аморфлы төрө, аэросилы — 1100—1400°С ваҡытында быу атмосфераһында SiCl4 быуҙарын тарҡатыу юлы аша һ.б. алына. Оптикала һәм электрон сәнәғәттә, быяла һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙә, тау‑техник сеймал сифатында (флюс һәм утҡа сыҙамлы материалдар эшләүҙә), абразив, ярым аҫыл йәки биҙәү таштары булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда К. бөтә йәштәге ватыҡ, ултырма ҡатламдарҙа, әсе составлы магматик тоҡомдарҙа, белорет метаморфик комплексының, мәҡсүт метаморфик комплексының, һәүәнәк метаморфик комплексының кварциттарында һәм кристаллик һәүерташтарында киң таралған. Юлаҡлы һөттәй К. ваҡ ятҡылыҡтары Белорет металлургия комбинаты тарафынан эшкәртелгән. Уралтау зонаһының Ҡарайән‑Һабыр һәм Яңы Троицк участкаларында юғары сортлы үтә күренеүсән грануллы К. ятҡылыҡтары асылған. Башҡортостандың Урал алдында кварцлы ҡомдоң (шулар араһында Ғафури р‑нындағы Ҡотлоғужа ятҡылығы) ваҡ ятҡылыҡтары бар. 1975 й. башлап Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында фторидтар эретмәһенән гидротермаль ысул м‑н аҙ алюминлы К., ш. иҫ. аметист, алыу б‑са эштәрбара. Эшләп сығарылған кристалдарҙан элемтә системалары өсөн юғары йышлыҡлы генератор тибындағы резонаторҙар етештерелә.

Әҙәб.: Мазитов Р.М., Чувыров А.Н., Балицкий В.С. Механизм роста кристаллов кварца, выращенных из фторидных растворов //Доклады Академии наук СССР. М., 1979. Т. 247.

А.А.Алексеев, А.Н.Чувыров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.