КВАРТЕР, дүртенсел система (осор), кайнозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 1,8 млн йыл, хәҙ. заманғаса дауам итә (ҡара: Геохронология). Ж.Денуайе тарафынан 1829 й. айырып күрһәтелә. 2 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡыһы — плейстоцен һәм өҫкөһө — голоцен (яҡынса 10 мең йыл элек башланған, ағымдағы боҙлоҡ осоронанһуңғы геол. ваҡыт). Плейстоцен ике бүлектән (ярым бүлек) тора: эоплейстоцен (сағыштырмаса йылы климатлы этап) һәм неоплейстоцен (һыуығыраҡ этап), улар звеноларға һәм климатолиттарға (горизонттар) бүленә. Плейстоценға сағыштырмаса күп кенә тереклек формаларының барлыҡҡа килеүе хас, планетаның һиҙелерлек һалҡынайыуы һәм киң материк боҙлоҡтары м‑н айырылып тора. Голоценда ҡоро ер һәм диңгеҙ хәҙ. һыҙатланышын ала, хәҙ. геогр. зоналар барлыҡҡа килә. К. иң мөһим ваҡиға‑ларҙың береһе — тәүтормош кешеһе килеп сығыу. Һалҡынайыу осорҙарында Башҡортостан терр‑яһы боҙлоҡһоҙ өлкә булып тора. Перигляциаль‑дала, урман-дала үҫемлектәре була. Урмандар тау араһы уйпатлыҡтарында һәм йылға үҙәндәрендә үҫә. Йылыныу осоронда Урал алдындаһәм Көньяҡ Урал үҙәндәрендә ҡатнаш һәм ваҡ япраҡлы урмандар, асыҡкиңлектәр таралған. Көньяҡ Уралдың таулы өлөшөндә ылыҫлы урмандар үҫкән. Макс. боҙланыу ваҡытында (урта неоплейстоцен) мамонт фаунаһы вәкилдәре: мамонт, йөнтәҫ носорог һ.б. барлыҡҡа килә. К. ҡатламдары тотош япма булып таралған континенталь ултырма тоҡомдарҙан тора. Плейстоцен ҡатламдары күл, аллювиаль, делювиаль һәм субаэраль фацияларҙан (ҡалынлығы 100 м тиклем), голоцендыҡы аллювиаль, күл, эол һәм техноген ултырмаларҙан (ҡалынлығы 4—30 м) ғибәрәт. К. ҡатламдары торфбалсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом, ҡом‑ҡырсын материалдары, сапропель, ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарына бай.

Әҙәб.: Плейстоцен Предуралья. М., 1987; Региональная стратиграфическая схема четвертичных отложений Южноуральского региона /Г.А. Данукалова [и др.] //Геология, полезные ископаемые и проблемы геоэкологии Башкортостана: материалы VI Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2006.

Г.А.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018