КВАНТ ХИМИЯҺЫ, химик берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, үҙ‑ара тәьҫир итешеүен һәм әүерелештәрен тасуирлау өсөн квант механикаһының төшөнсәләре, математик аппараты һәм алымдары ҡулланылған теоретик химия бүлеге. Күп электронлы һәм күп ядролы системаны К.х. ҡулланып тасуирлау ғәҙәттә Шрёдингерҙың стационар тигеҙләмәһен бер электронлы яҡынлаштырыуға нигеҙләнгән, молекуляр орбиталдәрҙең үҙенә‑үҙе килешеүле ҡыры ысулы (Хартри ысулы) м‑н сисеүгә ҡайтып ҡала. Электрондарҙың үҙ‑ара корреляцияланған хәрәкәтен корректлы тасуирламау Хартри ысулының төп етешһеҙлегебулып тора, был электрон корреляцияһын иҫәпкә алған бер нисә ҡатмарлы, эмпирик булмаған ҡараштарҙың — конфигурацион тәьҫирләшеү һәм берләштерелгән кластерҙар алымдарының, болартыу теорияһының барлыҡҡа килеүенә килтерә. К.х. бер йәки ике электронлы интегралдарҙың күпселеген иҫәпкә алмауғанигеҙләнгән ярым эмпирик ысулдары иҫәпләүҙәрҙе мөмкин тиклем ябайлаштырырға (хаталарҙы өлөшләтә компенсациялау иҫәпләү схемаһына эмпирик параметрҙар индереү м‑н ирешелә) һәм бер нисә мең атом ингән системаларҙы моделләргә мөмкинлек бирә. Тығыҙлыҡ функционалы теорияһына нигеҙләнгән ысулдар перспективалы, улар ярҙамында меңдәрсә электрон ингән системаларҙы К.х. иң ҡатмарлы ысулдарының аныҡлығы м‑н тикшерергә мөмкин. 20  б. 80‑се йй. башлап компьютер технологиялары прогресына бәйле булған К.х. иҫәпләү алымдарының интенсив үҫеше күҙәтелә. К.х. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр атомдың төҙөлөшө, химик бәйләнештәрҙең тәбиғәте, химик элементтар үҙенсәлектәренең периодик булыуы кеүек фундаменталь мәсьәләләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә. К.х. нигеҙендә молекулаларҙың реакцияға һәләте һәм тикшеренеүҙәрҙең спектраль алымдары теориялары (электрон, тирбәлеш, микротулҡын спектроскопияһы, электронпарамагнит резонансы, ядромагнит резонансы) уйлаптабыла. Химик реакцияларҙың потенциаль энергияһы йөҙө рельефын һәм күсеш торошон тикшереү молекуляр акт динамикаһы һәм химик әүерелештәрҙең тиҙлеген һәм йүнәлешенһан б‑са күҙаллау алымдарының үҫешеүенә килтерә. Башҡортостанда К.х. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 60‑сы йй. И.Ц.Ляст, О.А.Пономарёв тарафынан башлана. 70‑се йй. классик Циглер—Натт катализаторы TiCl3—AlR3 иҫәпләп сығарыла, уның тәьҫиренең механизмы тикшерелә (К.С.Минскер, Пономарёв, Ю.А.Сангалов). 80—90‑сы йй. Органик химия ин‑тында Ti, V, Nd ингән катализаторҙар нигеҙендә диендарҙың ионлы‑координациялы полимерлашыуының актив үҙәктәре (Ю.Б.Монаков, З.М.Сабиров), 2000 йй. — тығыҙлыҡ функционалы теорияһы алымдарын файҙаланып, төрлө каталитик полимерлашыу процестарының механизмы (Монаков, С.Л.Хурсан) тикшерелә. ӨДНТУ‑ла — гетероциклик берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен (Е.А.Кантор), БДУ‑ла — төрлө органик реакцияларҙы моделләү (Р.Ф.Талипов), Органик химия ин‑тында термохимияның дөйөм мәсьәләләре, химик реакциялар интермедиаттары, ш. иҫ. органик пероксидтар һәм полиоксид‑тарҙың, физик‑химик үҙенсәлектәрен моделләү (Хурсан) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

С.Л.Хурсан

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.