ЙОҠА ҠАТЛАМЛЫ ТУПРАҠ, йырғыланған рельефлы райондарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡ төркөмө. Тупраҡ профиленең ҡыҫҡартылғанлығы һәм горизонттар йыйылмаһының тулы булмауы, серетмә запасының түбән, ҡырсынташлы, ташлы булыуы м‑н билдәләнә. Антропоген йөкләнешкә тотороҡһоҙ, деградацияға тиҙ бирелә (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы). Башҡортостанда тупраҡ профиленең ҡеүәте б‑са — примитив органоген‑ҡырсынташлы (10 см тиклем), өлгөрөп етмәгән ташлы (15—20 см) һәм тулыһынса өлгөрөп етмәгән (20—40 см), фитоценозға бәйле урман һәм ҡара тупраҡ тибындағы тулыһынса өлгөрөп етмәгән тупраҡтар айырыла. БР‑ҙа Й.ҡ.т. дөйөм майҙаны 1,6 млн га тәшкил итә. Башлыса тау алды райондарында һәм тауурман зонаһында таралған. Һирәк осраҡта а.х. көтөүлектәр сифатында ҡулланыла.

Әҙәб.: Богомолов Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954; Мукатанов А.Х., Харисов М.К. Введение в экологию землепользования Башкирского Зауралья. Уфа, 1996; Мукатанов А.Х., Чанышев И.О. Почвенный дом. Уфа, 2006.

Ә.Х.Моҡатанов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018