ЙӘҒӘФӘРОВ Роберт Миҙхәт улы (4.11.1948, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. — 4.10.2011, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012). Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1980 йй. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто изостудияһында шөғөлләнә. 90‑сы йй. башынан башҡ. графикаһында пастель техникаһында эшләгән төп рәссамдарҙың береһе. Й. үҙенсәлекле манераһында халыҡсан ябайлыҡ һәм заманса сәнғәт тенденциялары уңышлы яраша. 1990—2000 йй. төрлө тематикала һәм жанрҙа башҡарылған эштәре халыҡ традициялары, гүзәллек һәм йәшәйештең мәңгелеге, тәбиғәт һәм кешенең ярашыуы идеялары м‑н һуғарылған (“Әсәлек”, “Сыңғыҙхан”, “Балет” һ.б. эштәр серияһы); халыҡ тормошо темаһы ижади трактовкалана (“Һунар”, “Яҙ”, “Башҡорт мадоннаһы”). Шулай уҡ акварель һәм майлы рәсем сәнғәте техникаһында эшләй. 1982 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. БР ҡалаларында (1983 й. алып) 30‑ҙан ашыу шәхси күргәҙмәһе ойошторола. Эштәре БДХМ, Өфө художество галереяһы, “Урал”, “Мираҫ” (икеһе лә — Өфө; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Белорет ҡ. картиналар галереялары коллекцияһында, Бөрө социальпедагогия академияһында, “Янғантау” шифаханаһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.- сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2008.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018