ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ, йылдың көндәре теҙмәһен һәм белешмә мәғлүмәттәрҙе туплаған бәләкәй форматлы матбуғат баҫмаһы. Стенаға эленә йәки өҫтәлгә ҡуйыла торған итеп сығарыла, һәр бер бите календарҙың бер көнөнә арнала. Башҡортостанда Й.к. “Китап” нәшриәте тарафынан башҡ. телендә йыл һайын баҫтырылып тора. 1986 й. алып “Башҡортса календарь”, 1996 й. — “Башҡорт календары”, 1998 й. — “Башҡортостан календары” исеме м‑н нәшер ителә. Тиражы – 20 мең дананан ашыу (2012; 1986 й. – 180 мең). Й.к. йыл иҫәбе григориан календары һәм мосолман календары б‑са алып барыла, йыл атамаһы көнсығыш календары б‑са бирелә, йәйге ваҡыт т‑да мәғлүмәт, һәр көнгә Ҡояш м‑н Айҙың сығыу һәм байыу мәле, көндөң оҙонлоғо, Айҙың фазалары күрһәтелә. Й.к. ниндәйҙер тарихи ваҡиғаның юбилейына: Советтар Союзының фашистик Германияны Еңеүенә 50 йыл һәм 65 йыл (1995 һәм 2010 йй.), Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл һәм Өфөнөң 430 йыллығы (2004), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл (2007), Ватан һуғышының (1812) 200 йыллығы (2012) һ.б. арналырға мөмкин. Календарҙа Башҡортостан һәм РФ терр‑яһында булып үткән ваҡиғалар т‑да тарихи мәғлүмәттәр, этнография, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф, спорт б‑са ҡыҫҡа мәҡәләләр; йорт хужалығы, умартасылыҡ, баҡсасылыҡ б‑са кәңәштәр, кроссвордтар һәм башватҡыстар; ш. уҡ башҡ. яҙыусыларының шиғырҙары һәм әҫәрҙәренән өҙөктәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалимдар, журналистарҙың мәҡәләләре бирелә. Төп рубрикалары: “Тарих биттәренән”, “Хеҙмәткә — хөрмәт”, “Йәшел дарыухана”, “Файҙалы кәңәштәр”, “Тәрбиә дәрестәре” һ.б.

Ғ.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке