ЙОМАҠАЙ ҠАЛАСЫҒЫ, 4—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Борай р‑ны Йомаҡай а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1957 й., 1959 й. өйрәнелә, 1969—70 йй. Г.И.Матвеева тикшерә. 592 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һөҙәк морон өлөшө яғынан 6 ур (оҙонлоғо 10—17 м, киңлеге 4—5 м, бейеклеге 0,5 м) һәм соҡор (киңлеге 3 м, тәрәнлеге 0,5 м), көнсығыш битләүенән ике рәт соҡор (оҙонлоғо 80 м, киңлеге 1,5 м, тәрәнлеге 0,3—0,4 м) м‑н нығытылған. Оҙонса түңәрәк формалағы 2 торлаҡ, 59 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика Бахмут мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡаласыҡта балсыҡ орсоҡбаштар, таш иген онтағыстар, тимер бысаҡтар, ураҡтар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары табылған. Й.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018