ЙОМАҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 663 кеше; 1920 — 751; 1939 — 713; 1959 — 593; 1989 — 293; 2002 — 267; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 13 йортта 58 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 370 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Йомаҡай ҡаласығыурынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018