ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.2.1948, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Хәсән а.), иҡтисадсы. Техник ф. канд. (1998), иҡт. ф. д‑ры. (2005). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1998). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тының тау (1976) һәм иҡтисад (1979) ф‑ттарын тамамлаған. 1970—71 йй. 34‑се ПТУ‑ла (Сибай ҡ.) производствоға уҡытыу мастеры. 1976 й. алып Баҡал руда идаралығының “Сидерит” ер аҫты шахтаһы тау мастеры. 1979 й. башлап Сибайҙа: Башҡ‑н махсуслаштырылған ремонт‑төҙөлөш идаралығында, 1981 й. алып Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тында (өлкән нормалаусы, 1982 й. — партия эшендә); 1990 й. — халыҡ депутаттарының ҡала Советы башҡарма ком‑ты рәйесе, 1992 й. — ҡала хакимиәте башлығы, 1999 й. — БДУ‑ның Сибай ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 2006 й. башлап һалымдар һәм һалым һалыу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге респ. хужалыҡ комплекстарының формалашыуы һәм эшләүе мәсьәләләренә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Проблемы социально‑экономического развития уральского региона Республики Башкортостан. Уфа, 2001 (авторҙ.); Социально‑экономические проблемы в регионах и их военно‑экономические проявления. М., 2003; Башкирский медно‑серный комбинат. Сибай, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.