ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы (13.7.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Бүләк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) “Башвостокнефтеразведка” тресының (Бөрө ҡ.) Балаҡатай үтә тәрән быраулау контораһы дизелсеһе, инженеры, өлкән инженеры, 1969—70 йй. “Союзнефтеавтоматика” Бөтә Союз ПБ‑ның (Өфө) өлкән инженеры, 1979 й. башлап Бөтә Союз нефть промыслаһы торбаларын эшкәртеү һәм файҙаланыу ҒТИ‑ның (Куйбышев ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1984 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының өлкән, төп ғилми хеҙм‑ре, 2004 й. — “Геофизика” уҡыу‑ғилми үҙәгенең төп ғилми хеҙм‑ре, 2014 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре скважиналар быраулау һәм нефть сығарыу процестарында акустик эффекттарҙы ҡулланыу проблемаларына арналған. Й. тарафынан скважиналарҙы перфорациялау өсөн ҡоролмалар, ауыш скважиналарҙы быраулау өсөн конструкциялар, скважиналарҙы быраулағанда һәм уларҙы файҙаланғанда “колонна—скважина—ҡатлам” системаһы механикаһының күп кенә яңы мәсьәләләрен иҫәпләү ысулдары уйлап табыла. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 67 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Передовые методы эксплуатации и механика бурильной колонны. Уфа, 1988; Предупреждение аварий с колоннами бурильных труб. М., 1989; Механика системы “Колонна—Скважина—Пласт”. В 12 т. Т. 1. Кн. 1. Эксплуатация, статистика и динамика бурильных колонн. Кн. 2. Расчёты и проектирование бурильных колонн и их элементов. Уфа, 2014.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018