ЙӘНГИРОВА Венера Мәғәсүм ҡыҙы (10.4.1953, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны “Шемәк” с‑зының Ҡармасан бүлексәһе ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Ҡармасан а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДПИ‑ны тамамлаған (1977). 1972 й. алып Өфө р‑нының Ҡармасан тулы булмаған урта мәктәбендә (1975 й. башлап дир. урынбаҫары), 1979 й. — 40‑сы урта мәктәптә (Өфө) эшләй. 1980 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДПУ‑ла уҡыта: 1987—97 йй., 2008 й. алып башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире, 2001—08 йй. Пед. ин‑тында дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре мәғариф бакалаврҙарын һәм магистрҙарын тикшеренеү эшмәкәрлегенә проф. әҙерләү мәсьәләләренә һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Проблема изучения развития учащихся в трудах отечественных педагогов. Уфа, 1997; Подготовка учителя к диагностике развития младшего школьника. М., 2000; Формирование исследовательских компетенций у бакалавров педагогики. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.