АҠ ТОРНА (Grus leucogeranus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Оя ҡороусы ике популяцияһы билдәле: Яҡутстандың төньяҡ‑көнсығышында урман-тундрала һәм тундрала, икенсеһе — Көнбайыш Себерҙә; Үҙәк Азияла, Һиндостанда һәм Иранда ҡышлай. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 120—140 см, ауырлығы 4,9—7,4 кг (ата ҡош ҙурыраҡ), ҡанатының ҡоласы 210—240 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡ, ҡанатының осо ҡара; башының бер өлөшө һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы оҙон, ҡыҙғылт көрән. Муйыны, ҡанаты һәм аяғы оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Мүкле түңгәктәрҙә, бәләкәй утрауҙарҙа ҡоро үләндәрҙән оя ҡора. 1—5, йышыраҡ 2 ҡыҙғылт көрән таплы һарғылт йәшел йәки йәшкелт һары йомортҡа һала. Инә ҡош 28 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Үҫемлек тамырһабаҡтары һәм үренделәре, бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр м‑н туҡлана. Тундрала, урман-тундрала, һаҙлыҡта, ҙур күлдәр буйында йәшәй. Башҡортостанда һирәкләп күсеү ваҡытында 20 б. 20—30‑сы һәм 70—80‑се йй. осрай. Рәсәйҙә генә оялай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке