ЙӘНГӘРӘЕВ Дәүләткирәй Сәлим улы [15.9.1927, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Хөсәйен а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 20.5.1999, БР‑ҙың Белорет р‑ны Үҙәнбаш ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Белорет р‑ны эске эштәр бүлегендә, 1956—87 йй. Белорет урман сәнәғәте хужалығының Үҙәнбаш урман пунктында эшләй. Й. ҡатнашлығында бригада пландағы 93,5 мең м3 урынына 105 мең м3 ағас әҙерләй, сменалыҡ етештереү күләмен 553 мең м3 еткерә (1959—65). Ленин (1966), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Үҙәнбашта Й. исеме м‑н урам аталған.

Әҙәб.: Бирюков Е. Пять сторон света Давлеткирея //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Янгиреев Д.С. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018