ЙӘМӘҒӘТСЕЛ БӨЖӘКТӘР, репродуктив һәм эшсе заттарҙан торған даими (миҙгелле йәки күп йыллыҡ) ғаиләләр төҙөүсе бөжәктәр. Башҡортостанда Й.б. бал ҡорттары, иңкештәр, ҡырмыҫҡалар һәм һағыҙаҡтар йәшәй. Й.б. функцияларҙы заттарҙың төрлө физиологик үҙенсәлеге һәм айырым төркөм (“каста”) төҙөлөшөндәге айырмалығына бәйле бүлеү хас. Йомортҡа һалыусы инә зат (инә бөжәк, йәки “батшабикә”), аталандырыу функцияһын үтәүсе ата заттар (бал ҡорттарында — әреғорт) һәм аҙыҡ йыйыусы, оя яһаусы, инә затты һәм балағорттарҙы ҡараусы эшсе ҡорттар (үҫешеп етмәгән енси ағзалы инә заттар) булған колониялар (ғаиләләр) м‑н ояларҙа йәшәйҙәр. Ғаилә ағзаларының үҙ‑ара аралашыуы химик сигналдар (гормондар, феромондар һ.б.), ҡатмарлы ҡылыҡтар (“бал ҡорттары бейеүе”) һ.б. ярҙамында көйләнә. Урманда, уның ситендә, далала, болонда йәшәйҙәр, БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралғандар. Й.б. экосистемалағы аҙыҡ сылбырының мөһим быуыны, ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итәләр, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерәләр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ҡайһы бер иңкештәр, башҡорт бал ҡорто, оҫта ҡорт индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж.Г.А.Миһранова

Текст на русском языке