ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ, БР дәүләт власы органдарының йәш граждан дарҙың соц. формалашыуы һәм үҫеше өсөн соц.‑иҡт., хоҡуҡи шарттар һәм гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; уны тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдары, йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре, балалар ойошмалары ҡатнаша. Й.с. “Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тураһында” (1991), “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” (2002) һ.б. БР закондары м‑н көйләнә. Й.с. төп йүнәлештәре: хеҙмәт һәм мәшғүллек өлкәһендә йәштәргә хоҡуҡтар һәм гарантиялар тәьмин итеү, ялды ойоштороу, соц. хеҙмәттәр тәҡдим итеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, йәш ғаиләгә, талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы, төбәк‑ара һәм халыҡ‑ара хеҙмәттәшлеккә, гражданлыҡ, патриотик тәрбиә, йәштәр йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү һ.б. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ҡануниәткә ярашлы көйләүҙе тормошҡа ашыра (2007 й. алып). 1999—2002 йй., 2004—06 йй., 2007—10 йй. “Башҡортостан йәштәре” Президент программалары ғәмәлгә ашырылған; 2011—2015 йй. торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы респ. программаһы, 2012—2017 йй. “Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” респ. оҙайлы маҡсатлы программаһы; 2006—2015 йй. “Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы” балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең рухи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы эшләй. Ш.Бабич ис., фән һәм техника өлкәһендә дәүләт йәштәр премиялары булдырылған. Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә соц.‑психологик ярҙам (1995 й.), йәштәр өсөн мәғлүмәт, йәштәрҙең хеҙмәт мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам итеү (бөтәһе лә — 2000 й.) респ. үҙәктәре ойошторолған. БР Президенты Указдары м‑н 2000 й. — Йәштәр йылы, 2009 й. — Йәштәрҙең башланғысын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителгән. БР Й.с. һәм спорт министрлығы даими рәүештә респ. юмор һәм көлкө (“Юморина”), туристик (“Турфест”), ижади (“Студент яҙы”) фестивалдәр, “21 быуат лидеры” конкурсы, төбәк‑ара йәштәр һабантуйы һ.б. үткәрә. 1995 й. “Адреслы ярҙам” программаһы сиктәрендә хроник ауырыуҙарҙан яфаланған, ауыр хәлдәге ғаиләләрҙән булған, етем студенттарға соц. ярҙам ойошторола; 2002 й. йәштәр хеҙмәт ойошмаларының тәүге “Йәштәр энергияһы һәм хеҙмәте — Башҡортостанға” респ. слёты үтә; 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Йәштәр — башҡорт халҡының киләсәге” йәштәр секцияһы эшләй; 2003 й. БР‑ҙан саҡырылған хәрби хеҙм‑рҙәргә аҡса йыйыу б‑са “Башҡортостан йәштәре – яугир яҡташтарға” 1‑се киң акция үткәрелә; 2004 й. БР‑ҙа Германия көндәре сиктәрендә Герман‑башҡорт йәштәр форумы эшләй; 2005 й. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60 йыллығына арналған 1‑се Респ. хәрби‑патриотик клубтар фестивале уҙа; 2010 й. 3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Йәштәр ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] үтә.

Ә.Р.Рысаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.