ЙӘНГЕЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Яҡтыкүлдән башлана. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны (Ҡара йылға тамағынан ш. уҡ район буйлап көньяҡ-көнсығышҡа табан) һәм Силәбе өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Урал й. (тамағынан 2091 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 73 км, басс. майҙаны 1120 км2. Башҡортостанда Й. оҙонлоғо 57 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Урта ағымында Сыбаркүлгә ҡушыла. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,5 м3/с. Рельефы — тигеҙлек. Ландшафы үрге һәм урта ағымында болон ҡара тупрағындағы һәм һоро урман тупрағындағы болонло далаларҙан, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан ғибәрәт; түбәнге ағымында ябай ҡара тупраҡтағы төрлө үлән, ҡылған үҫкән далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙән тора. Йылғала Әбйәлил р‑ны Дәүләт һәм Йәнгел аа. эргәһендә һыуһаҡлағыстар төҙөлгән. Басс. 80%‑ын урман, 1%‑ын һаҙлыҡ биләй. Ҡушылдыҡтары: Күмәкһаҙ, Ҡаран, Моһаҡ (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке