ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ СОВЕТЫ, Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен, БР-ҙың иҡт. һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлау, уның терр‑яһында законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре б‑са вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн булдырылған конституцион орган. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, федераль һәм респ. закондарына, РФ-тың һәм БР‑ҙың башҡа норматив хоҡуҡи акттарына ярашлы эш итә. БР Президентының 1994 й. 5 апр. Указы м‑н Башҡортостан Республикаһының Именлек советы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып БР‑ҙың Ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советы. Й.и.с. составына рәйес, секретарь һ.б. инә. Й.и.с. секретары һәм ағзалары БР Президенты тарафынан тәғәйенләнә. Кварталға кәм тигәндә 1 тапҡыр ултырыштар үткәрелә. Й.и.с. БР‑ҙа йәмәғәт именлеген тәьмин итеү стратегияһын эшләүҙе; башҡарма власть органдарының йәмәғәт именлеге өлк. эшмәкәрлеген координациялауҙы; респ. маҡсатлы программаларын әҙерләүҙе ойоштороу, БР Президентына Башҡортостанда йәмәғәт именлегенә янаған хәүефте асыҡлау һәм булдырмау б‑са ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Рәйестәре: М.Ғ.Рәхимов (1994 й. алып), Р.З.Хәмитов (2010 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на башкирском языке