ЙӘЙҒОР КҮБӘЛӘК (Catocala fraxini), шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның киң япраҡлы урман зонаһында таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 8—8,5 см, алғы ҡанаттары зәңгәрһыу һоро төҫтә, ҡуйы һоро, ҡара тулҡынлы һыҙатлы, артҡылары — ҡара, киң зәңгәр таҫмалы һәм аҡ сәсәкле. Инә күбәләк ағас ҡабығы ярығына һәм ботағына йомро йомортҡалар һала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 9 см яҡын, ҡуйы төк м‑н ҡапланған, һоро. Ағас япрағы араһында йоҡа ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Ҡурсағы эре, оҙонлоғо 5—6 см, ҡуйы көрән. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль—сентябрҙә. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Йомортҡаһы ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас һуты м‑н, ҡарышлауығы — тирәк, ҡорос ағас һ.б. япрағы м‑н туҡлана. Аҙ һанлы төр, БР‑ҙың урман һәм урман дала зонаһының ҡатнаш урмандарында осрай.

М.Г.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018