АҠ ТОМБОЙОҠ (Nymphaea), томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған.

Башҡортостанда пак томбойоҡ үҫә. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге. Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик йәки йөрәксә‑ялпаҡ формала, шыма ситле йәки уймалы, төкһөҙ, йөҙөүсе, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе эре, аҡ, ике енесле, актиноморф, яңғыҙ, оҙон сәскә һаплы. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — еләк һымаҡ, тумалаҡ, июль—окт. өлгөрә. Күлдә, быуала, ҡылыла һәм йылға ҡултыҡтарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, йөрәк гликозидтары, крахмал, май (орлоҡ), флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Тамыр һабағы һәм орлоғо һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, йылға ҡондоҙо, ондатра һ.б.өсөн аҙыҡ булып тора.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.