ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы (15.3.1950, БАССР-ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра‑Әмин а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡандра а.), яҙыусы. БР-ҙың (2004) һәм РФ‑тың (2011) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Горький политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976—88 йй. “Башнефть” ПБ‑нда, 1974—75 йй. Лазов промысла хужалығында (Хабаровск крайы) эшләй. 1988 й. алып БАССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, 1991 й. — “Эхо” ЯАЙ дир., 2001 й. — “Шок” ЯСЙ ген. дир. (икеһе лә — Өфө), 2003—04 йй. “ВымпелКом” ААЙ‑ның Өфө филиалы дир., 2005—08 йй. “Мәскәү банкыһы” Башҡортостан филиалы дир. урынбаҫары. “Маха, йәки Һуҫар балаһының тормошо тарихы” (“Маха, или История жизни кунички”) исемле тәүге китабы 1992 й. сыға. “Йомарт Буге” (“Щедрый Буге”; 1996), “Боцман” (2002) повестарында һ.б. әҫәрҙәрендә тәбиғәт донъяһын үҙенсәлекле, тасуири һүрәтләй. “Скитниктар” (2004) һәм “Алдан алтыны” (“Золото Алдана”; 2010) романдары старообрядсылар тормошона арналған. “Ерҙең утлы билбауы” (“Огненный пояс Земли”), “Йылмайыуҙар иле” (“Страна улыбок”), “Аргентина” (бөтәһе лә — 2011—12) һ.б. юлъяҙмалар авторы. Әҫәрҙәрен башҡ. теленә Т.Ғәниева, Ә.М.Әминев һ.б. тәржемә иткән. 1993 й. алып Респ. ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фондын ойоштороусы һәм рәйесе (2005 й. башлап О.Йыһаншин исемен йөрөтә). “Урман батыры”, “Өфө һыуһары”, “Туймазы районының йәш таланттары” пр. булдырыусы. А.Н.Толстой ис. халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр нәфис әҙәбиәте конкурсы (2005), “Мәрхәмәтле лира” (“Добрая лира”) әҙәби‑пед. конкурсы (2010), В.Я.Шишков ис., Н.С.Лесков ис., В.М. Шукшин ис. бөтә Рәсәй әҙәби пр. (бөтәһе лә — 2011), Ю.С.Рытхэу ис. (2012), П.П. Ершов ис. (2014) әҙәби пр. лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2012), С.Злобин ис. пр. (2002), Э.Володин ис. “Империя мәҙәниәте” пр. (2004) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Тайга хикәйәләре: повестар. Өфө, 1998.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018