ЙЫҺАНШИН Ғәлимйән Кәрим улы (11.5.1940, Ярославль өлк. Константиновка ҡсб — 18.7.2016, Өфө), инженер-технолог, химик. Техник ф. д‑ры (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1966). 1960—62 йй. Черниковка НЭЗ‑ында эшләй. 1966—67 йй. һәм 1972 й. алып ӨНИ‑лә (1977—91 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 1991 й. башлап “ИМПА” ғилми-производство фирмаһы дир., 2001 й. — “IМРА engineering” пр‑тиеһының баш ғилми етәксеһе (икеһе лә — Өфө). 1970 й. алып СССР ФА Себер бүлегенең Катализ ин‑тында (Новосибирск ҡ.). 1973—76 йй. Милли нефть һәм газ ин‑тында (Бумердес ҡ., Алжир) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеүҙә һәм нефтехимияла шыйыҡлыҡ ярҙамында экстракциялау технологияһына арналған. Й. етәкс. эшләүсе ҡорамалда йылылыҡ һәм масса алмаштырыу процестарын тиҙләтеүҙе, нефть майҙарының ҡиммәтле компоненттарын алыуҙы арттырыуҙы, экстракторҙарҙың етештереүсәнлеген яҡшыртыуҙы һ.б. тәьмин иткән контактлы һәм бүлгес ҡоролмалар төҙөлгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть эшкәртеү пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Трубчатые печи: назначение, конструкции, расчёты и безопасность эксплуатации. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Н.А.Самойлов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018