ЙЫҺАНОВ Рәхимйән Фәйез улы (16.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Биккенә а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, – 29.10.2012, Өфө), балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1967), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов, Р.Фәйзи курсы) тамамлаған. 1939—45 йй. ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1949—67 йй. башҡ. бейеү ансамбле (ҡара: “Ынйы”), 1985 й. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто; 1986—87 йй. Химиктар мәҙәниәт һарайы башҡ. фольклор ансамблдәренең художество етәксеһе; 1967—83 һәм 1987—98 йй. “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы балетмейстеры. 50‑нән ашыу бейеү ҡуя: башҡ. – “Күңелле йәшлек”, “Тыуған яҡ”, “Һабантуй”; урыҫ – “Ромашка”; украин – “Һыбай ҡатын‑ҡыҙҙар” (“Наездницы”) һ.б. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1957) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке