ЙЫҺАНОВ Рәшит Рәхим улы (28.6.1952, Өфө), композитор. Проф. (1997). РФ‑тың (2008) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). Р.Ф.Йыһановтың улы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1977; З.Ғ.Исмәғилев класы) 2012 й. тиклем ӨДСА‑ла уҡыта (1995—2001 йй. композиция каф. мөдире). 1992—95 йй. РФ Композиторҙар союзы Муз. фондының Башҡ. бүлексәһе дир., 1992—2000 йй. БР Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары. Уның ижади стиленә заманса музыка ысулдарын, комп. техникаһы алымдарын, традицион жанрҙарҙы һәм формаларҙы берләштереү, муз. образдарға драматик йүнәлеш биреү, экспрессияны муз. материалды ҡәтғи ойоштороу логикаһы м‑н яраштырыу хас. “Алһыу сәскә” (“Аленький цветочек”; 2003, С.Т.Аксаковтың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са И.Х.Хәбиров либреттоһы), “Ут” (“Огонь”; 1998, Ә.Ҡ.Атнабаевтың ш. уҡ исемле драмаһы б‑са Хәбиров либреттоһы) балеттары һәм “Ҡара һыуҙар” (1977, М.Кәримдең ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са; 1999, 2‑се редакция) оратория‑балеты авторы. Й. ижадында образдарҙың күп төрлөлөгө һәм драматургияның көсөргәнешле булыуы м‑н билдәләнгән симфоник музыка төп урынды алып тора: Поэма (1980), 6 симфония (1‑сеһе, 1987; 2‑сеһе, “Иман символдары” — “Символы веры”, 1996; 3‑сөһө, “Дала әреме” — “Полынь степная”, 1998; 4‑сеһе, “Салауат Юлаевҡа гимн” — “Гимн Салавату Юлаеву”, 2002; 5‑сеһе, “Һуғышҡа ҡаршы” — “Антивоенная”, 2006; 6‑сыһы, 2011), “Баяс” (1998) симфоник картинаһы. Концерттары күтәренке рух м‑н һуғарылған, лирик‑фәлс. образдарға өҫтөнлөк биреп ижад ителгән: Р.А.Гәрәев иҫтәлегенә орган м‑н оркестр өсөн концерт дилогияһы (1997), фп. һәм оркестр өсөн (1999), кларнет, фагот, валторна һәм симфоник оркестр өсөн “Рагавардхана” (2002), валторна һәм оркестр өсөн (2004), һуҡма музыка ҡоралдары м‑н оркестр өсөн “Timpanorama” (2005) концерттары һ.б. Салауат Юлаев шиғырҙарына “Тыуған Уралым” (1996) хор поэмаһында, А.А.Блоктың “Скифтар” (1992, башҡ. теленә Р.Ф.Мифтахов тәржемәһе) хор циклында, М.Ғәли, Мифтахов шиғырҙарына вокаль циклдарҙа, С.Ш.Поварисовтың “Ауылымдың айлы кистәре”, Р.Х.Ниғмәтуллиндың “Умырзая”, Г.Юнысованың “Әсәй” һ.б. шиғырҙарына яҙылған йырҙарында башҡ. халыҡ музыкаһы сығанаҡтары м‑н тәрән бәйләнеш сағыла. Камера‑инструменталь әҫәрҙәре — кларнет һәм фп. өсөн 2 соната (1997, 2008), флейта һәм фп. өсөн 2 соната (1977, 2006), скрипка һәм фп. өсөн 4 соната (1995, 2005, 2010, 2012), тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фп. өсөн квинтет (1980), 1‑се ҡыллы квартет (1995) һ.б. композиция ҡоролошоноң үҙенсәлекле булыуы м‑н айырыла. ӨНИ‑нең “Альтарес” (1978—82), БДПИ‑ның “Инйәр” (1982—95) муз. төркөмдәренең ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе.

Т.С.Зиновьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке