ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы (11.3.1958, Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), мед. хеҙмәте полк. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1987 й. алып Урта Азия һәм Төркөстан хәрби округтарының хәрби частарында эшләй. 1993 й. башлап БР Хәрби комиссариатының хәрбиҙәрҙе тикшереүсе табиптар комиссияһы рәйесе урынбаҫары, 1994—2002 йй. һәм 2005 й. алып рәйесе, 2013 й. — студенттар араһында тәрбиә һәм соц. эш б‑са проректор, бер үк ваҡытта 2012 й. — БДМУ профессоры. 2003—05 йй. Һарытау мед. ун‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәрҙең хәрби‑табип экспертизаһы, хирургик ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм төҙәтеү проблемаларына арналған. Й. тарафынан сей яра ауырыуын, шәкәр диабетын, хроник панкреатитты, ағыуланыу гепатитын һәм бауыр циррозын дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Медико‑социальное обеспечение подготовки школьников к военной службе методами и средствами гигиенического воспитания. Уфа, 2003 (авторҙ.); Организация и проведение военно‑врачебной экспертизы граждан с заболеваниями дерматовенерологического профиля при первоначальной постановке на воинский учёт и при призыве на военную службу. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.