ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ. Йәштәр ойошмалары (ЙО) — уртаҡ эшмәкәрлек барышында уставта (положениела) күрһәтелгән дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы 14—30 йәшлек граждандарҙың йәмәғәт берекмәләре; ағзалар һаны сикләнгән. Йәштәр хәрәкәттәре (ЙХ) — йәштәрҙең ҙур төркөмөн, ҡайһы ваҡыт бер нисә ил йәштәрен (халыҡ‑ара) берләштереүсе соц. күренеш; ҡатнашыусылар тарафынан хупланған һәм уставта (положениела) нығытылған соц., сәйәси һ.б. ижт. файҙалы маҡсаттарҙы күҙ уңында тотҡан, теркәлгән ағзалары булмаған киң халыҡ ҡатнашлығындағы йәмәғәт берекмәләре. Й.о.һ.х. соц.‑сәйәси һәм соц.‑пед. функциялар башҡара. 20 б. 90‑сы йй. башына тиклем Башҡортостандағы ЙО Бөтә Союз пионер ойошмаһы (ҡара: Балалар ойошмалары) һәм Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы кәүҙәләндерә. БР‑ҙа төрлө йүнәлештәге Й.о.һ.х. эш итә: “Йәш Башҡортостан” коммунистик йәштәр союзы (2001 й. алып), Башҡортостан Республикаһының башлап яҙышыусы журналистары лигаһы (1995), “Башҡортостандың мәҙәни мираҫы” төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, Йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу республика үҙәге (икеһе лә — 1999 й. алып), Башҡорт йәштәре иттифағы, Башҡортостан демократик йәштәр союзы, “Азатлыҡ” БР‑ҙың татар йәштәре союзы; дөйөм Рәсәй йәштәр йәмәғәт ойошмаларының төбәк бүлексәләре — «“Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» һәм башҡалар. ЙХ: “Бергә” респ. йәштәр ирекле хәрәкәте (2001 й. алып), Йәштәрҙең респ. хәрәкәте (2007 й. алып) һ.б. Ойошмалар волонтёрлыҡ (етем балаларға, өлкән йәштәгеләргә хәйриә акциялары һ.б.), киң мәҙәни һәм ял (“Йәшлек‑шоу”, “Беҙ бергә”, “Шаян уйын” фестивалдәре, концерттар, дискотекалар һ.б.), милли‑мәҙәни (“Червона калина” украин фестиваль-конкурсы, Сыуаш йәштәре союзы ағзаларының Сыуашстанға “Дуҫлыҡ күпере” экспедицияһы, тарих, туған тел һәм әҙәбиәт б‑са йәкшәмбе дәрестәре һ.б.), фәнни (йәштәр мөхитендә асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү б‑са конференциялар) һәм белем биреү (журналистика дәрестәре), патриотик (хәрби уйындар, ярыштар, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү һ.б.), пропагандистик (сәләмәт йәшәү рәүешенә, алкоголизм һәм наркомания проблемаларына арналған акциялар), спортҡа (күнекмәләр, ярыштар һ.б.), тәбиғәтте һаҡлауға (“Үҙ ағасыңды ултырт”, “Быяла марафон”, “Пластикка һөжүм”, “Миллион ал рауза”, “Таҙа пляж” акциялары һ.б.) арналған, соц.-сәйәси (ултырыштар, митингылар, “Политсовет” интеллектуаль уйындары, “Һайлау” тренингылары) саралар үткәрә. БР‑ҙың 18 Й.о.һ.х. “Йәштәрҙең республика хәрәкәтенә инеүсе ойошмаларға дәүләт булышлығы тураһында” БР Президенты Указына (2007) ярашлы дәүләт ярҙамын ала.

А.Н.Мартынов, Г.А.Рященко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.