“ЙӘШЛЕК”, Әбйәлил район мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле. 1967 й. ойошторола, 1969 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Бесәнселәр”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Порт‑Артур” (бөтәһе лә – Ф.Ә.Ғәскәров ҡуйыуында), “Урал моңдары”, “Һабантуй” хореографик композициялары, “Самауыр менән бейеү”, “Әбйәлил таҡмаҡтары” уйын бейеүҙәре һ.б. Рәсәй һәм сит илдәр (Австрия, Германия, Испания, Португалия, Төркиә, Чехословакия) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Куйбышев ҡ., 1969; 1972), бөтә Союз халыҡ ижады смотры (1982) һәм фестивалдәре (1985, 1987; бөтәһе лә – Мәскәү), респ. “Һаумы, ХХI быуат! — Здравствуй, ХХI век!” халыҡ ижады фестиваль‑эстафетаһы (Өфө, 2001), Ф.Ғәскәров ис. призға халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивале, “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”) халыҡ ижады фестивале (икеһе лә — Өфө, 2002), “Башҡортостан – Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”) халыҡ ижады форумы (Өфө, 2005), “Берҙәмлек — Содружество” Халыҡ‑ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Өфө, 2011) лауреаты. Ойоштороусыһы һәм 1‑се художество етәксеһе – РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.З.Солтанова. Художество етәкселәре – Ф.Н.Фәтхуллина, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре З.Р.Исхаҡова, Г.М.Мостафина, Й.Р.Таипова. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар – Ф.С.Гәрәева, А.Х.Зөбәйҙуллин, Л.И.Нагаева, И.Х.Хәбиров һ.б. 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.