“ЙӘШЛЕК”, Ағиҙел ҡ. бейеү ансамбле. 1994 й. ойошторола, 1996 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында БР‑ҙа йәшәгән төрлө халыҡтар бейеүҙәре: башҡ. — “Ауыл урамдары”, “Башҡорт сувениры”, “Тыуған ер”, урыҫ — “Николо‑Берёзовка осрашыуҙары” (“Николо‑Берёзовские повстречалы”), “Субботея”, “Синтетюриха”, татар — “Көмөш ҡапҡалар”, “Фазыл шишмәләре”, украин “Гопак”, “Гуцул шаяндары” (“Гуцульские озорники”) һ.б. бейеүҙәре. Рәсәй, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”; 1999, Гран‑при; 2004, икеһе лә — Мәскәү), “Ер – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ” (“Земля — наш общий дом”; Екатеринбург ҡ., 2002), “Талант ҡанаттарында” (“На крыльях таланта”; Өфө, 2011; Гран‑при) халыҡ‑ара конкурстары һәм фестивалдәре, “Һаумы, тыныслыҡ!” (“Здравствуй, мир”; Стәрлетамаҡ ҡ., 1998, Гран‑при; Ҡазан, 2004), “Рәсәй йәшлеге” (“Юность России”; Мәскәү, 2011) бөтә Рәсәй фестивалдәре, Ф.Ғәскәров ис. призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең респ. (Өфө, 2002; Гран-при), төбәк‑ара (Силәбе ҡ., 1996) фестивалдәре, “Еңеү салюты” (“Салют Победы”; 2005; 2010, икеһе лә — Өфө) халыҡ ижады, “Ағиҙел тулҡындары” (“Волны Агидели”; Ағиҙел, 2007; Гран‑при) милли мәҙәниәттәр фестивалдәре лауреаты. Псков ҡ. 1100 йыллығына (2003), Ҡазандың 1000 йыллығына (2005) арналған тантаналарҙа ҡатнаша. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе – С.М.Мөхәмәтгәрәева. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: М.Х.Зарипов, Р.М.Саттаров, А.В.Антипин.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018