ЙӘШКӘҘЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары буйлап Кесе Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) тамағынан Еҙем й. ағымының киңлек өлөшөнә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 24 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 591 м (Аҡбейек тауы). 323—591 м бейеклектәге 7 түбәһе айырылып тора. Рельефы тәпәш таулы, йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Битләүҙәре текә, түбәләре һөҙәк. Вендтың әшә свитаһы (гравелит, ҡомташ), таҡаты свитаһы (алевролит, кварцлы ҡомташ) тоҡомдарынан һәм фамен ярусының, франс ярусының терриген‑карбонат ултырмаларынан, аҫҡы карбон тоҡомдарынан (аргиллит, ҡомташ, эзбизташ) ғибәрәт. Й. битләүҙәрендә Инйәр һәм Еҙем басс. йылғалары башлана. Ландшафы һоро урман тау тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.