ЙӘШӘҮ МИНИМУМЫ, ҡулланыусылар кәрзиненең хаҡы, ш. уҡ мотлаҡ түләүҙәр һәм йыйымдар. Соц. программалар эшләгәндә һәм уларҙы тормошҡа ашырғанда, бюджетты төҙөгәндә халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн йән башына квартал һайын билдәләнә. 1991 й. алып миним. ҡулланыусылар бюджеты (250‑нән ашыу тауар һәм хеҙмәт инә), 1992 й. — Й.м. бюджеты (25 аҙыҡ‑түлек тауары, сәнәғәт тауарҙары һәм хеҙмәттәргә киткән сығымдар дөйөм сығымдарға ҡарата проценттарҙа иҫәпләнә), 2001 й. — Й.м. (156 тауар һәм хеҙмәт) иҫәпләп сығарыла. 2011 й. Й.м. дәүмәленән түбәнерәк килем алған халыҡ һаны б‑са БР РФ‑та 19‑сы һәм Волга буйы федераль округында 2‑се урында була (ҡара: табл.).

Ә.М.Аллаярова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһында йәшәү минимумы дәүмәле (2012 й. 2‑се кварталы; йән башы иҫәбенән, айына һумдарҙа)

 

Бөтә халыҡ

Шул иҫәптән

эшкә яраҡлы халыҡ

пенсионерҙар

балалар

Йәшәү минимумы дәүмәле, ш. иҫ.

5558

5940

4526

5454

ҡулланыусылар кәрзиненең хаҡы, ш. иҫ.:

5189

5325

4526

5454

аҙыҡ-түлек

2129

2161

1869

2289

сәнәғәт тауарҙары

999

954

888

1262

хеҙмәттәр

2061

2210

1769

1903

мотлаҡ түләүҙәр һәм йыйымдар б‑са сығымдар

369

615