ЙӘШӘЙЕШ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ИНСТИТУТЫ, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Нефть производствоһының ғәмәли экологияһы проблемалары ин‑ты базаһында Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑ты булараҡ ойошторола, 1998 й. алып БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ исемен һәм хәҙ. статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: тәбиғәт мөхите объекттарын экоаналитик тикшереү; хужалыҡ субъекттары өсөн экологик һәм санитария-гигиена нормалары булдырыу; экология һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә геомәғлүмәт технологияларын үҫтереү; көнкүреш һәм сәнәғәт ташландыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү; махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен булдырыу, үҫтереү һәм системалау һ.б. БР‑ҙың сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре б‑са баш учреждение булып тора, пр‑тиелар, үткәргес торба транспорты, гидротехник ҡоролмалар объекттары хәүефһеҙлегенең өлгөлө декларацияларын эшләй. Ин‑т тирә-яҡ мөхит объекттарында 200‑ҙән ашыу зарарлы матдәгә бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреү хоҡуғына эйә, ҡалаларҙың, а.х. райондарының, сәнәғәт майҙансыҡтарының диоксиндар, бенз(а)пирендар, ауыр металдар һ.б. м‑н бысранғанлығын баһалай. Ин‑т составында 4 бүлек, 2 лаборатория. 103 хеҙм‑р араһында 2 фән д‑ры һәм 9 канд. (2012). Ин‑т ғалимдары тарафынан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү б‑са, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. атмосфераның һәм һыуҙың бысраныуын контролдә тотоу б‑са автоматлаштырылған мәғлүмәт‑идара итеү системаһы эшләнә һәм индерелә, терегөмөшлө лампаларҙы, файҙаланылған нефть продукттарын утилләштереү эше алып барыла. “Башкирский экологический вестник”, “Тәбиғәт” ж. нәшер ителә. Дир.: Р.З.Хәмитов (1993 й. алып), М.Ә.Таңатаров (1995 й. алып), В.Н.Майстренко (1996 й. алып), Ф.Ф.Хизбуллин (2009 й. алып), Л.Н.Белан (2011 й. алып).

Ф.Ф.Хизбуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.