ЙӘШЕРГӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта Йәшергән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1197 кеше; 1920 — 1528; 1939 — 1258; 1959 — 1226; 1989 — 770; 2002 — 723; 2010 — 620 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға 1751 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Сәйет посадының (ҡара: Сәйет биҫтәһе) сауҙагәр татарҙары Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1706 й. Нухрат исеме м‑н сыуаштар) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа Түб. Новгород губ. Ураҙ һәм Рыбушкин аа. хеҙмәтле татарҙары килеп ултыра. 1795 й. 20 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 95 йортта — 664 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 3 бакалея кибете, тимерлек, 3 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ф.Х.Ураҙаева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.