ЙӘШЕН, атмосфера күренеше, был ваҡытта өйкөм ямғыр болоттарында йәки болот һәм ер өҫтө араһында күп тапҡыр ҡабатланған электр разрядтары — күк күкрәү м‑н Й. уты барлыҡҡа килә. Й. ваҡытында көслө дауыллы ел, ҡойма ямғыр, күп осраҡта боҙло ямғыр була. Й. барлыҡҡа килеү механизмы тулыһынса өйрәнелмәгән: билдәле булыуынса, Й. болото эсендәге электр ҡырының көсөргәнешлеге йөҙәр меңләгән В/м етергә мөмкин. Электр ҡырының көсөргәнешлеге киҫкен хәлгә еткәндә осҡонло разряд — Й. уты барлыҡҡа килә. Тәбиғәттә һыҙыҡлы, яҫы, шар формаһындағы, тиҫбе рәүешендәге Й. уттары билдәле. Й. уты каналындағы һауаның ныҡ йылыныуы арҡаһында уның күләме киңәйә һәм тауыш эффектынан торған шартлау тулҡыны — күк күкрәү барлыҡҡа килә. Барлыҡҡа килеүе б‑са массалар эсендәге һәм фронталь Й. айырыла. Массалар эсендәге Й. дымлы һәм эҫе һауа торошо ваҡытында һауаның конвектив күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килә; урындағы Й. тип һанала һәм күбеһенсә төштән һуң күҙәтелә. Фронталь Й. атмосфера фронттарында барлыҡҡа килә, тәүлектең төрлө ваҡытында булырға мөмкин. Йәшенле көндәрҙең иҫәбе, уның йышлығы битләүҙәрҙең урынлашыуына, рельефтың киҫкеләнеүенә бәйле. Күбеһенсә тауҙарҙа һәм ҡалҡыулыҡтарҙа күҙәтелә.

Башҡортостанда Й. башлыса июндән сент. тиклем була, иң иртә булғандары март айында Архангел һәм Шишмә метеостанцияларында, иң һуңғылары — окт. Архангел, Йылайыр, Мәләүез, Туҡан, Өфө—Дим, Шишмә метеостанцияларында теркәлгән. Йыл эсендә Й. уртаса дауамлылығы 32‑нән 55 сәғ. тиклем тәшкил итә, фронталь Й. күберәк була (60%-ҡа тиклем). Башҡортостандың Урал алдында йыл эсендә 22‑нән 28‑гә тиклем, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында — 30‑ҙан 32‑гә тиклем, Башҡортостан Урал аръяғында 15‑тән 20‑гә тиклем йәшенле көндәр теркәлә. Респ. терр‑яһында иң оҙаҡ дауам иткән Й. (13,2 сәғәт) 1955 й. Йылайыр метеостанцияһында теркәлгән.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018