АҠ СӘСКӘ (Leucanthemum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ һәм Урта Европаның таулы райондарында таралған.

Башҡортостанда ябай А.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 20—60 см, ғәҙәттә төҙ, ябай, яңғыҙ. Япрағы бөтөн, ситтән киртләсле‑тешле; тамыр яны япрағы — оҙон һаплы, оҙонсанан алып кире йомортҡа формалыға тиклем, һабаҡ япрағы — ултырма, оҙонса ҡыяҡ, сиратлы. Кәрзинкәһенең тел япраҡлы сәскәләре аҡ, эре, көпшәле сәскәләре — һары, ваҡ. Кәрзинкәһе яңғыҙ, һирәгерәк 2—5‑әр, оҙон һаплы. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сент. өлгөрә. Болонда, баҫыуҙа, ҡыуаҡлыҡта үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив үҫемлек (эре сәскәле һәм ялбыр формалары үҫтерелә), баллы үҫемлек. Составында кумариндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке