ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, төбәк метаморфизмының 250—450°С т‑рала һәм 2—6 кбар баҫым аҫтында барған төрө. Фанерозойҙың һәм кембрий алдының йыйырсыҡлы өлкәләрендә вулканоген, вулканоген-ултырма, интрузив тау тоҡомдарында үҫешкән (йәшел ташлы бүләктәр). Й.т.м. минераль ассоциацияларының арауыҡтағы таралышы т‑раның тәрәнлеккә ҡарата күтәрелеүенә, ш. уҡ айырым магматик сығанаҡтар тәьҫиренә бәйле. Метаморфик реакциялар геодинамик режимда барған өҫтөнлөклө һуҙылыу процесы ваҡытында барлыҡҡа килгән шыуыу үҙгәрешенән башҡа тормошҡа ашырыла. Й.т.м. минераль ассоциацияһында актинолит, хлорит, эпидот күпселекте тәшкил итә; ғәҙәттә ш. уҡ әсе плагиоклаз (альбит), кварц, пумпеллиит, пренит, серицит, лейкоксен, сфен, кальцит була. Үҙгәргән тоҡомдарға тәүге структура‑текстура үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу һәм составтарында беренсел минералдарҙың реликттары булыу хас. Башҡортостанда палеозой, күберәге Магнитогорск мегасинклинорийының, Йылайыр синклинорийының һәм Башҡорт мегантиклинорийының өҫкө девонға тиклемге ҡатламдарында киң таралған. Й.т.м. һөҙөмтәһендә үҙгәргән вулканоген ҡатламдарға баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары (Учалы, Сибай; Йылайыр р‑нындағы Май, Хәйбулла р‑нындағы Бүребай һәм Маҡан ятҡылыҡтары) тура килә.

 

Әҙәб.: Нечеухин В.М., Маркс В.А., Прокин В.А. Метаморфизм горных пород вулканогенных толщ областей древнего вулканизма и его графическое отображение на картах //Палеовулканизм Урала. Свердловск, 1968; Прокин В.А. Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977.

А.А.Алексеев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке


 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018